Мәскәү ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ телде, мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡара. Илебеҙҙең башҡалаһында “Илһам” башҡорт халыҡ театры уңышлы эшләүе был һүҙҙәргә асыҡ миҫал.
Студиябыҙ ҡунағы- Мәскәү ҡала хакимиәте ҡарамағындағы милләт мәсьәләләре буйынса Совет ағзаһы, “Илһам” башҡорт халыҡ театры етәксеһе- Мәҙинә Илһамова менән әңгәмәләшәбеҙ.



