Бөгөн Рәсәйҙә айыҡлыҡ көнө! Был датаның тарихы бай. 1913 йылда Православтар сиркәүе тәҡдиме менән айыҡ көн уҙғарыла, уның һөҙөмтәһе ҙур булыуын күреп 1914 йылдан даими рәүештә уҙғарыла башлай. Башҡортостанда халыҡты сәләмәт, айыҡ тормош алып барыуға әүҙәүсе “Айыҡ ауыл” проекты бер нисә йыл рәттән уңышлы эшләп килә. Был иртәне беҙҙең менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе, проект координаторы Тәнзилә Ҡотлогилдина ҡаршы ала.



