Ошо көндәрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә ҙур ваҡиға- “Интервидение” халыҡ-ара музыкаль конкурсы гөрләп уҙҙы. Финалда “Рәсәйҙең Алтын йырҙары” исемлеге тәҡдим ителде. Улар араһында “Әй йола” төркөмөнөң “Һомай” йыры ла бар. Был иртәне беҙҙең менән “Әй йола” төркөмө музыканты, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов ҡаршы ала.



