Шишимә районында урынлашҡан Тура-Хан күсмә цивилизациялар музейының амфитеатрында ял көндәрендә ҙур мәҙәни байрамдар ойошторола килде. Башҡортостанда туризмды үҫтереүгә музей ҙур өлөш индерә. Йәй миҙгеленә йомғаҡ яһарға ваҡыт. Барыһы тураһында ентекләп Тура-Хан визит үҙәге идарасыһы Флорида Байкова менән әңгәмәләшәбеҙ.



