Бөгөн Башҡортостанда Ҡурай көнө. Ошо уңайҙан башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы тураһында һөйләйбеҙ, данлайбыҙ, матур көйҙәр уйнайбыҙ. Ҡурайҙы артабан да һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фекер алышабыҙ, уңыштарҙы барлайбыҙ. Студиябыҙҙа ҡунаҡта Башҡортостандың Ҡурайсылар берлеге рәйесе, Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Салауат Кирәйев һәм танылған ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Биксуринды сәләмләйбеҙ.



