Студия ҡунағы - Артур Дәүләтбәков

23 октябрҙә Өфө ҡалаһында Шәһит Хоҙайбирҙиндың Йорт-музейында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы. 2025 йылда был наградаға "Күперҙәр" ижтимағи-сәйәси проекты өсөн "Юлдаш" радиоһы журналистары Гүзәл Зарипова, Гүзәл Ситдикова һәм Ильнар Әхмәтгәрәев лайыҡ булды. Шулай уҡ "На земле Салавата" газетаһының баш мөхәррире урынбаҫары Шамил Әхмәтшин Салауат районында тыуып үҫкән лайыҡлы кешеләр тураһында мәҡәләләр шәлкеме өсөн баһаланды. Һәм "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков "Өфө Донбасс араһы - бараһы ла бараһы" юлъяҙмалары өсөн билдәләнде. Артур Хәсән улы был иртәлә тәьҫораттары менән уртаҡлашырға әҙер.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ