“Тауышында тарих”. Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбендә ошо исем аҫтында Халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыусыларҙың Төбәк-ара фестивале проекты тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты гранттары фонды ярҙамында башҡарылған проект үҙенсәлектәрен студия ҡунағы- Балалар сәнғәт мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмзин Әбсләмов менән барлайбыҙ.



