Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ менән тура бәйләнеш уҙғарҙы. Йыл һайын ойошторолған сара халыҡты борсоған мөһим һорауҙарҙы хәл итеү өсөн эшлекле майҙансыҡ булып тора. Был иртәне беҙҙең менән коллегабыҙ, Мәғлүмәт тапшырыуҙары баш редакцияһы мөхәррире урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Айнур Кәбиров һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов ҡаршы ала.



