14 декабрҙә Бөйөк башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 194 йыл тула. Уның исемен мәңгелләштереү буйынса бик күп эштәр алып барыла. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә студия ҡунағы –Аҡмулла шәхесен һәм ижадын өйрәнеүсе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең яҙыусылар берлеге ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәнис Янышев менән туҡталырға иҫәп тотабыҙ.



