Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 200 йыл. Мәғрифәтсенең тыуған көнөнә арналған саралар тыуған ерендә - Тәтешле районында башланды. Бөгөн Өфө ҡалаһында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Хәтер кисәһе уҙа. Барыһы тураһында ентекләп Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов менән әңгәмәләшәбеҙ.



