6 февралдә танылған диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың тыуыуына 67 йыл тулды. Ошо уңайҙан Учалы районында “Диктор тауышы-2026” Асыҡ республика конкурсының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Еңеүселәрҙең береһе- Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге Өфө кадет корпусы уҡыусыһы Хәниф Йосопов, уҡытыусыһы Фәнилә Әсхәт ҡыҙы Фәтхетдинова һәм ойоштороу комитеты ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гүзәл Алмас ҡыҙы Ситдиҡова был иртәне беҙҙең менән ҡаршы ала.



