Легендар спортсы, Педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, еңел атлетика буйынса 2 тапҡыр СССР, 6 тапҡыр Рәсәй чемпионы Минивасик Абдуллинға иртәгә, 14 февралдә 80 йәш. Легендар спортсыбыҙ был иртәне беҙҙең менән ҡаршы ала.




