"Ҡоҙаса" спектакленә – 20 йыл! Баязит Бикбай әҫәренә Заһир Исмәғилев яҙған либретто буйынса спектаклде заманында йәш режиссер Айрат Әбүшахманов ҡуйған. Милли театр сәнғәтенең классикаһына әүерелгән, оркестр менән бергә уйналған "Ҡоҙаса" спектакле тамашасы һөйөүен яулап, бөгөнгәсә тулы зал, дәррәү алҡыштар менән үтә. Был иртәне беҙҙең менән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Алһыу Бәхтиева менән барлайбыҙ.




