1 март - Башҡортостанда Башҡорт ғаиләһе көнө. Йола буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өлгөлө башҡорт ғаиләһе Республика конкурсының Гала-концерты уҙҙы. Датаның әһәмиәте тураһында Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов менән әңгәмәләшәбеҙ.



