Башҡортостанда 12-се полилингваль мәктәп асылды. Ул Әбйәлил районы Асҡар ауылында урынлашҡан. Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә видеоэлемтә аша белем усағы эшенә старт бирҙе. Беҙҙең менән тура элемтәлә “Хазина” полилингваль мәктәбе директоры Вәсилә Сәғит ҡыҙы Әбсәҙиева.



