Бөгөн Халыҡ-ара бейеү көнө. Ошо уңайҙан бейеү сәнғәте үҙенсәлектәре тураһында әңгәмәләшергә иҫәп. Был иртәне беҙҙең менән Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле солистары- Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Муллағолова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреатыХәбир Аралбаев ҡаршы ала.




