Студия ҡунағы - Ленар Вәхитов

Бөгөн, 30 апрелдән Башҡортостанда махсус янғынға ҡаршы режим индерелә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Яңы ҡағиҙә буйынса: ут яғыу, сүп-сар яндырыу тыйыла. Ҡәтғи ҡағиҙәләр ҡурҡыныс янғындарҙан һаҡлау өсөн индерелә. Был иртәлә профилактика ҡағиҙәләрен хәтергә төшрөргә иҫәп. Тура эфир студияһында Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығының Башҡортостан буйынса начальнигы урынбаҫары Ленар Вәхитов.

Волна
Акции БСТ