Ҡаҙағстан республикаһында уҙған “Бөйөк дала моңо” халыҡ-ара фольклор һәм этник музыка фестивалендә яҡташыбыҙ, ҡурайсы, Өфө ҡалаһының “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Юлай Ҡасимов Гран-при яулап ҡайтты. Был иртәлә еңеүсе тәьҫораттары менән уртаҡлашырға әҙер.



