28 май Өфө ҡалаһының “Торатау” Конгресс-холлында “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” Бөтә Рәсәй Асыҡ Академияһы старт ала. Ике көнлөк форум барышында төрлө секциялар эшләйәсәк, төңәрәк өҫтәл, оҫталыҡ дәрестәре, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн консультациялар планлаштырылған, былар барыһы ла түләүһеҙ. Ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлеге өсөн майҙансыҡта ниндәй мөмкинлектәр тәҡдим ителеүен студиябыҙ ҡунағы- Республика медицина профилактикаһы һәм йәмғиәт сәләмәтлеге үҙәгенең бүлек мөдире, табип-педиатр, инфекционист, диетолог Зилә Исмәғилева менән асҡлайбыҙ.



