27-29 майҙа Өфө ҡалаһында «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр төбәк-ара конкурсы уҙҙы. 1996 йылдан алып ойошторолған бәйге быйыл 28-се тапҡыр уҙҙы. Әйткәндәй, 2023 йылдан ул төбәк-ара статусына эйә. Был иртәне беҙҙең менән- жюри рәйесе, филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Урал батыр башҡорт фольклоры ғилми тикшереү үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, Башҡортостан фәндәр академияһының социаль-гуманитар бүлеге ағзаһы Нәркәс Хөббөтдинова ҡаршы ала. Шулай уҡ, конкурстың абсолют еңеүсеһе, Гран-при яулаусы Эльза Әхмәтханова менән тура элемтә.



