Терминология комиссияһының яңыртылған составының беренсе ултырышы үтте. Төркөмдөң эше – алтаҡталарҙа, ваҡытлы матбуғатта, киң мәғлүмәт сараларында, документтарҙа, хоҡуҡи норматив ҡулланылыштағы яҙмаларҙа башҡорт телен дөрөҫ файҙаланыу, башҡортса дөрөҫ яҙыу мәсьәләләре буйынса даими эш алып барыу. Эш төркөмөнөң етәксеһе - "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы Рәхмәтуллина һәм Терминология хеҙмәте ағзаһы Рәйлә Камил ҡыҙы Вәхитова менән комиссия алып барған эштәр, ҡуйылған масаттар тураһында әңгәмәләшәбеҙ.



