Ирекмән булыу ул ҙур йөрәклелек, үҙ ваҡытыңды һәм көсөңдө йәлләмәйенсә яугирҙәргә таяныс булыу. 10 июнь Өфөлә үткән Ирекмәндәр слетында тап шундай фиҙакәр кешеләр йыйылды. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта "Юлдаш" радиоһының Ирекмән-журналистар төркөмө ағзаһы Сәриә Рамазанова, "Үҙебеҙҙекеләр өсөн тегәбеҙ һәм бәйләйбеҙ" Башҡортостан ирекмәндәр ойошмаһы ағзаһы Мәрфүғә Аралбаева.



