Өфө районының “Аҡбуҙат” балалар фольклор ансамбле Мәскәү ҡалаһында “Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге. Мәҙәниәт һәм йолалар” фестивале сиктәрендә Йәштәр һабантуйында “Сыңрау торна” башҡорт музыкаһы фестиваль-конкурсында сығыш яһап ҡайтты. Был иртәлә Өфө районы Мәҙәниәт йортоноң “Аҡбуҙат” балалар фольклор ансамбле етәксеһе Ләйсән Ғәли ҡыҙы Йәнбирҙина һәм Мәҙәниәт йортоноң режиссеры Ғәлләмова Гүзәл Флорит ҡыҙы ижади сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлаша.



