Башҡорт милли костюмы өлгөләре Татарстан республикаһының Ҡаҙан ҡалаһында уҙған фестивалдә тамашасы һөйөүен яулап ҡайтты. 5-се тапҡыр ойошторолған “Тормош стиле. Мәҙәни код” фестивале үҙенсәлектәрен танылған дизайнер-модельер, Евразия этнодизайнерҙары Ассоцияцияһы ағзаһы, Сәрби отельеһы етәксеһе Сәимә Хәсәнова менән барлайбыҙ.






