Урам буйҙары буйлап үткәндә алтаҡталарҙағы хаталар осрап, кәйефте ҡыра. Бындай етешһеҙлек менән нисек көрәшергә, уны кәметергә һәм хаталы алтаҡта осратҡанда ҡайҙа хәбәр итергә? Республиканың Терминология хеҙмәте етәксеһе,"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина менән ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индерәбеҙ.






