Күсемһеҙ милек хаҡында булыр сираттағы әңгәмә. Студиябыҙ ҡунаҡтары тәжрибәле риелторҙар Сәлимә Юлдашбаева һәм Айгөл Исхакова менән ымһындырғыс акциялар, шулай уҡ, фатир һатып алғанда алданмаҫ өсөн тәү сират иғтибарҙы нимәгә йүнәлтергә кәрәклеген асыҡлайбыҙ.






