Кисә Өфө ҡалаһында “Өмөт сәскәләре” тип исемләнгән ижади оҫталыҡ дәресе уҙҙы. Махсус хәрби операцияһы яугирҙарының әсәләре, ҡатындары, ҡыҙҙары өсөн ойошторолған сараны “Ете ҡыҙ” республика йәмәғәт ойошмаһы әҙерләне. Был иртәне беҙҙең менән Ете ҡыҙ йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Ләйсән Рабаданова һәм ойошма ағзаһы Азалия Баймырҙина ҡаршы ала.






