Сентябрҙә уҙған миҙгелдең премьералары, ә октябрь айынан яңы әҫәрҙәр сәхнәгә сыға! Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 37-се театр миҙгелен башларға әҙерләнә. Был иртәне беҙҙең менән театр артистары- Зәриә Ғәлиева һәм Байегет Мөхәрләмов ҡаршы ала.






