Корея иле, корей теле һәм башҡорт егете араһында ниндәй уртаҡлыҡ булыуы ихтимал. Шуныһы айырыуса ҡыҙыҡ- уларҙа бөтөн донъя корейҙарын берләштереү менән шөғөлләнгән Берләштереү министрлығы бар икән. Шул министрлыҡ янында эшләгән Советҡа ағза итеп башҡорт егетен ҡабул иткәндәр. Һүҙебеҙ Өфө егете Арыҫлан Ярмуллин тураһында. Был иртәне ул беҙҙең студияла ҡаршылай.






