Телецентр. Выпуск от 31.03.2022

 АТАЙСАЛ
Беҙҙә элек-электән матур йола бар. Уңышҡа өлгәшкән билдәле шәхестәр тыуған ауылына нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша. Ғалимдар йәштәрҙе уҡырға әйҙәй, яҙыусылар китап яҙа, йырсылар һәм бейеүселәр ауылдаштарының мәҙәни тормошон биҙәй, эшҡыуарҙар эш урындары аса, бағыусы була. Тыуған яғының бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмағандарҙы республика «Атайсал» проекты берләштерә. Ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла? Кемдәр улар - йомарт һәм ярҙамсыл яҡташтар? Ярҙам көтмәй, үҙҙәре ҙур эштәр башҡарғандар бармы? «Киске Телеүҙәк» тапшырыуында «Атайсал» проекты тураһында һөйләшәбеҙ.
Студия ҡунаҡтары: СӘЛИӘ МЫРҘАБАЕВА, БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ ПРЕЗИДИУМЫ АҒЗАҺЫ, МЕДИЦИНА ФӘНДӘРЕ ДОКТОРЫ, ДАНИС СУФИЯНОВ, АСҠЫН РАЙОНЫ СОЛТӘНБӘК АУЫЛЫ АТАЙҘАР ҠОРО ЕТӘКСЕҺЕ, ЗЕМФИРА СӘҒИТОВА, КРАСНОКАМА РАЙОНЫ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ РӘЙЕСЕ, ГӨЛКӘЙ ШӘМСЕТДИНОВА, КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ ЯҢЫ МОРАПТАЛ АУЫЛЫНЫҢ Б.БИКБАЙ ИС. ДӨЙӨМ УРТА БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ ДИРЕКТОРЫ, ИЛСУР НӘБИУЛЛИН, ШӘХСИ ЭШҠЫУАР, БАЙМАҠ РАЙОНЫ  

Акции БСТ
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями