ТРАНСПОРТ РЕФОРМАҺЫ
Транспорт реформаһы Радий Хәбировтың Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы булып республикаға ҡайтҡан тәүге көндәренән үк иғлан ителгән инициативаларҙың береһе. Реформа барышын бөтәбеҙ ҙә күҙәтеп барабыҙ – баш ҡаланың урамдарында маршруттар яңыра, автобустар алмаштырыла. Ә бына муниципаль-ара транспорт бәйләнешенә реформа ниндәй үҙгәрештәр индерергә тейеш? Нимә әлегә башҡарылды һәм нимә атҡараһы бар? «Киске Телеүҙәк»тә транспорт реформаһы үтәлеше тураһында һөйләшәбеҙ. Студия ҡунаҡтары: «Башавтотранс» ДУП генераль директоры Надир Сәмиев, пассажирҙарҙы йөрөтөүҙе ойоштороу үҙәгенең бүлек етәксеһе Илнур Лоҡманов, шәхси эшҡыуар Фәнис Батыров, «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Марсель Байдәүләтов, «Ремстройдормаш» заводы директоры Илшат Исмәғилев.