Бер йыл элек 9 йәшлек Алиса Теплякова Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инде. Тәүҙә вундеркинд балаға бөтәһе лә һоҡланды, әммә бер аҙҙан ҡыҙҙың атаһы Евгений Тепляковтың уҡытыу методикаһын тәнҡитләй башлыналар. Университеттың психология факультетына уҡырға ингән гений баланың психологик яҡтан өлгөрмәгәнлеге тураһында фекерҙәр ишетелде. Кем ул вундеркинд бала? Ул ысынлап та гениймы, әллә ата-әсәһенең амбициялары ҡорбанымы? "Киске телеүҙәк" тапшырыуында педагогтар, психологтар һәм ата-әсәләр менән ошо хаҡта һөйләшәбеҙ.