Аҙна башында Бүздәк районында 12 йәшлек үҫмер мопед менән идара итә алмай юл ситенә ҡоланы. Үҫмерҙе төрлө тән йәрәхәттәре менән Өфө дауаханаһына килтерҙеләр. Асыҡланыуынса, мопедты улына атаһы алып биргән. Үҫмергә нисә йәштән мотоцикл, скутер, электросамокат йөрөтөргә рөхсәт итергә мөмкин? Улар көс ҡунмаған беләктәре менән рулгә идара итә аламы? «Киске телеүҙәк» тапшырыуы ҡунаҡтары бөгөн ошо хаҡта һөйләште.