14 октябрь 2019 йылдың айынан Башҡортостан Республикаhы
цифралы телевизион сигнал ҡабул итә башлаясаҡ

Был кемгә ҡағыла?

Әгәр ҙә портатив өй антеннаһы, йә телевизион сигнал ҡабул итеүсе урам антеннаһы ҡулланаһығыҙ икән, был мәғлүмәт тап һеҙҙең өсөн!

Дицеметрлы йә
күптулҡынлы
антенна

Әгәр ҙә һеҙ кабель, спутник, йә IP-телевидение ҡарайһығыҙ икән,цифравизация һеҙгә ҡағылмай.

Цифралы телевизор

Өҫтәлмә ҡоролма талап ителмәй

Аналог телевизор

Цифралы ҡушымта һатып алырға кәрәк

Әгәр ҙә телевизорығыҙ иҫке өлгөлө һәм DVB-Т2 тюнеры юҡ икән, 14 октябрь 2019 йылдың ғинуарынан бары тик БСТ каналын ғына ҡарай аласаҡһығыҙ.

Инеү һәм сығыу уйымы менән махсус ҡушымта , йәиһә ҡушымта һәм антенна өсөн тармаҡса һатып алыу мөһим.

БСТ менән бергә бушлай тәҡдим ителгән 20 цифралы телеканалды ҡабул итер өсөн нимә эшләргә?

Әгәр ҙә махсус ҡушымта һатып алып, телевизорығыҙҙы ябай антеннаға ғына көйләп ҡуйһағыҙ, БСТ каналы сигналын юғалтыу ихтималлығы бар. Ул саҡта һеҙҙең телевизор бары тик 20 цифралы федераль каналдарҙы күрһәтәсәк һәм уны 1-се схемаға ярашлы үҙегеҙгә көйләп алырға тура киләсәк.

* Ҡушымталар 700 һумдан алып 2000 һумға тиклем. Һеҙгә инеү һәм сығыу уйымдары булған моделдәр һатып алырға кәңәш итәбеҙ.

Аналог һәм цифралы телеканалдарҙы DVB-Т2 стандартындағы һанлы декодер ярҙамында ҡабул итеү.

1.Антенна кабелен ресиверҙың антенна уйымына тоташтырығыҙ.
2.Ресиверҙың антенна уйымынан антенна кабелен телевизорға тоташтырығыҙ.
3.Видео һәм – аудио кабелде телевизорға һәм цифралы ҡушымтаға тоташтырығыҙ.
4.Меню ярҙамында телевизион сигнал форматын һайлағыҙ: HDMI, AV, SCART һәм башҡалар.
5.Телевизорығыҙҙың дистанцион идара пульты ярҙамында аналог форматтағы (TV) каналдарҙы ҡабул итеүсе режимға көйләгеҙ һәм телеканалдарҙы аналог форматта эҙләгеҙ. Цифралы телеканлдар AV форматҡа көйләнә һәм ҡабул ителә.

Әгәр ҙә һеҙ антенна сигналын ҡабул итеүсе иң ябай ҡушымта һатып алғанһығыҙ икән, көйләү тәрбибе түбәндәгесә: антенна кабеле ҡушымтаға беренсе уйым аша тоташтырыла, ә икенсе кабель телевизорҙың антенна уйымына беркетелә. Һөҙөмтәлә ТВ режимында БСТ каналын ҡараясаҡһығыҙ, ә цифралы телеканалдарҙы ресивер ярҙамында AV режимында ҡабул итәсәкһегеҙ.

Антеннаға тоташтырыусы DVB-Т2 стандартындағы һанлы декодер яҙрамында аналог һәм цифралы телевидениены ҡабул итеү.

1.Бер үк антеннанан телевизорға һәм ресиверға телевизион сигнал тапшырыу өсөн сплиттер ҡоролмаһы һатып алыу зарур.
2.1-се һанлы антенна кабелен телевизорға, ә 2-се һанлы антенна кабелен цифралы ҡушымтаға тоташтырығыҙ.
3.Видео һәм –аудио кабелде телевизорҙың һәм цифралы ҡушымтаның махсус уйымдарына тоташтырығыҙ.
4.Меню ярҙамында телевизион сигнал форматын һайлағыҙ:HDMI, AV, SCART һәм башҡалар.
5.Телевизорығыҙҙың дистанцион идара пульты ярҙамында аналог форматтағы (TV) каналдарҙы ҡабул итеүсе режимға көйләгеҙ һәм телеканалдарҙы аналог форматта эҙләгеҙ.
6.Цифралы телеканлдар AV форматҡа көйләнә һәм ҡабул ителә.

Әгәр ҙә һеҙҙең телевизорығыҙ яңы өлгөлө һәм цифралы тюнер менән сығарылған икән

БСТ менән бер рәттән цифралы пакетҡа ингән 20 федераль каналды ҡарар өсөн ТВ-антеннағыҙҙың күп тулҡынлы икәнлегенә инанығыҙ.

Телевизорығыҙҙы цифралы телевидениеға автоматик рәүештә көйләү, мультиплексҡа ингән 20 федераль каналды ғына ҡабул итеү тигән һүҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ - был пакетҡа төбәк телеканалдары, шул иҫәптән БСТ каналы инмәгән.

DVB-Т2 тюнеры булған телевизорҙарҙы аналог һәм цифралы телевидениеға көйләү тәртибе.

1) Бер үк антеннанан телевизорға һәм ресиверға сигнал ҡабул итеү өсөн сплитер менән файҙаланыр кәрәк.
2) 1-се һанлы антенна кабелен телевизорға, ә 2-се һанлы антенна кабелен цифралы ҡушымтаға тоташтырығыҙ.