Луиза Хәйруллина Өфөгә килтерелде

Луиза Хәйруллина Өфөгә килтерелде https://bash.news/news/100022_25_million_um_asa_urlap_asan_luiza_xjrullina_totoldo
05 июл 2019, 22:14

«Россельхозбанк»тан ҙур күләмдә аҡса урлап ҡасҡан Луиза Хәйруллина бер нисә сәғәт элек Өфөгә килтерелде. Шулай уҡ баш ҡалаға уның атаһы ла саҡыртылған. Ул ейәнсәрҙәрен өйөнә алып ҡайтасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Салауат ҡалаһында банктан 23 миллион һум күләмендә аҡса урлауҙа ғәйепләнгән Хәйруллиндар Ҡазанда ҡулға алынды. Луиза һәм уның ғаиләһе Чуйков урамындағы йорттоң һуңғы ҡатында ҡуртымға фатир алып йәшәп ятҡан булған. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, улар бында бер нисә көн элек кенә күсеп килгән. Әлеге ваҡытта тейешле оператив-тикшереү саралары бара. Урланған аҡсаның урыны билдәләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май аҙағында 35 йәшлек Луиза Хәйруллина үҙе эшләгән банктан 23 миллион һум аҡса урлап, ғәйеп була. Кассир менән бергә тормош иптәше һәм ике балаһы ла юғала. Уларҙың эҙенә төшөү өсөн хоҡуҡ һаҡсыларына 40 көн тирәһе ваҡыт талап ителде.

Хоҡуҡ һағындағылар бөгөн Өфөгә Луиза Хәйруллинаның Салауатта йәшәүсе атаһын да саҡыртҡан. Ул ҡыҙының ике балаһын үҙенә алып ҡайтасаҡ. Беҙҙең ижади төркөм менән әңгәмәләшкәндә Рәмил Муллахмәтов яҡындарының иҫән-һау табылыуына шат булыуын белдерҙе. Ул шулай уҡ кисә ейәнсәре менән телефон аша һөйләшеүе тураһында хәбәрҙе кире ҡаҡты. Алдан хәбәр ителеүенсә, оперативниктар Хәйруллиндарҙы тап телефон шылтырауы буйынса барып тапҡан тигән мәғлүмәт булғайны.

Луиза Хәйруллина Өфөгә килтерелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд