Стәрлетамаҡта бал ҡорттары ағыуланған

Стәрлетамаҡта бал ҡорттары ағыуланған https://bash.news/news/100029_strletamata_bal_orttary_ayulanan
05 июл 2019, 22:42

Хужалар нәҙек билдәрҙең ҡырылыуында ҡоротҡостар менән көрәшеүсе урындағы аграрийҙары ғәйепләй. Ошондай уҡ проблема бөгөн республиканың тағы ла бер нисә районында, шулай уҡ Волга буйы төбәктәрендә күҙәтелә. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ районында күсмә ветеринар лаборатория һәм халыҡ фронты активистары эшләй.

Тикшереүҙәр барышында улар утилләштерелергә тейеш булған инсектицид һауыттарына юлыҡҡан. Комиссия ағзалары артабан эшкәртелгән рапс баҫыуҙарын һәм уларҙың ауылдарҙан ниндәй йыраҡлыҡта урынлашыуын асыҡлай. Умартасылыҡ тураһында законға ярашлы, хужалыҡтар баҙыуҙарҙы химик матдәдәр менән эшкәртер алдынан халыҡты өс көн алдан иҫкәртергә бурыслы.

Стәрлетамаҡта бал ҡорттары ағыуланған

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд