Ишембайҙа эре мал һимертеү майҙансығы төҙөләсәк

Ишембайҙа эре мал һимертеү майҙансығы төҙөләсәк https://bash.news/news/100031_ishembaja_ere_mal_imerte_majansyy_tlsk
05 июл 2019, 22:44

Ишембай районында мең баш эре малға иҫәпләнгән мал һимертеү майҙансығы төҙөләсәк. Бөгөн «Едих» крәҫтиән хужалығы һөтсөлөк менән генә шөғөлләнһә, киләсәктә ике йүнәлештә лә әүҙем эшләйәсәк. Халыҡҡа сифатлы ит продукцияһы тәҡдим итеү бурысы ҡуйылған. Мал һимертеү комплексы Сәлих һөтсөлөк фермаһы биләмәһендә булдырыла. Әлегә урында 200-ән ашыу баш һауын һыйыры иҫәпләнә. Урындағы етәкселек билдәләүенсә, малдар йәйге лагерҙа булғанда, ҡуралар тәртипкә килтерелә.

Фәнил Алтынбаев, Сәлих ауылы һөтсөлөк фермаһы мөдире: “Бөтәһе хужалыҡта 25 кеше эшләй. Беҙ килгән ваҡытта ферма емерек хәлдә ине, былтыр ремонт яһалды”.

Евгений Едих, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: “Әлегә хужалыҡта йәйге һауын урыны булдырыла. Был эштәр тамамланғас та, мал һимертеү майҙансыҡтары төҙөләсәк. Ғөмүмән, Сәлих ауылында урынлашҡан һөтсөлөк фермаһы ҡураларына реконструкция ойоштороу планлаштырыла”.

«Едих» крәҫтиән-фермер хужалығына дүрт һөтсөлөк фермаһы ҡарай. Әлегә ауыл эшсәндәре мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Сәсеүлек майҙандары ете мең гектар тәшкил итә. Ҡеүәтле техникаға ҡытлыҡ юҡ, тиҙҙән тракторҙар навигация ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.

Ғәлим Хәйбуллин, хужалыҡтың зоотехнигы: “Беҙҙең хужалыҡты 1033 баш мал иҫәпләнә. Әхмәр фермаһында ҡара-сыбар тоҡомлолар булһа, ә Сәлих фермаһында сементалды үрсетәбеҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Ишембайҙа эре мал һимертеү майҙансығы төҙөләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна