Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла

Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла https://bash.news/news/100036_fl_milele_shajmoratova_jkl_asyla
05 июл 2019, 22:58

Был турала республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында белдергәйне. Һәйкәлде баш ҡаланың Совет майҙанында урынлаштырыу ҡарала.

Өфөнөң Совет майҙанындағы автомобиль парковкаһын үтеп сыҡҡыһыҙ лабиринт тип әйтергә мөмкин. Бында машиналар көндөҙ генә түгел, төндә лә тулы. Ҡояш байыу менән майҙан адреналин артынан ҡыуыусыларҙы бергә йыя. Тәгәрмәс ҡыҙҙырырға яратыусылар араһында ябай ҡала халҡынан тыш, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары, торлаҡ-коммуналь хужалығы водителдәре лә бар.

Майҙан автомобиль парковкаһы булараҡ һуңғы биш-алты йылда файҙалана башланы. Ә ҡасандыр ул йәшеллеккә күмелгән, хатта үҙ бал ҡорто ла булған. Ул телеүҙәк эргәһендә ҡунғас, туҡталҡаға әйләнә. Ҡышын боҙ ҡаласағын да эшләү тарихта ҡалды. Яҡын киләсәктә, Совет майҙаны яңыса һулыш алыр тип көтөлә. Был хаҡта Радий Хәбиров V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында белдергәйне.

Баш ҡаланың Совет майҙанын, ғөмүмән танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеү бурысы ҡуйыла. Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла ҡалһа, бында ял һәм мәҙәниәт паркы барлыҡҡа киләсәк. Машиналар өсөн парковка мәсьәләһе лә хәл ителәсәк. Туҡталҡаларҙы ер аҫтында эшләү күҙаллана.

Шайморатов генералға был урын юҡҡа һайланмаған. Тарихи мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә тап ошо майҙандан башҡорт дивизияһы яугирҙары фронтҡа юллана. Фотоларҙа сағылыш тапҡан командирҙың сығышы ла ошо хаҡта һөйләй.

Әлеге ауыл хужалығы министрлығы бинаһында ҡасандыр, Башҡортостан Хөкүмәте урынлашҡан. Тарихи объекттар уратып алған майҙанда генерал-майорҙың һыны ҡалҡыуы икеләтә ҡыуаныслы, ти оставкалағы хәрбиҙәр.

Әйткәндәй, был урында парк төҙөү идеяһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы республика менән етәкселек иткән заманында күтәрелгән. Буласаҡ төҙөлөш проекты менән Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Урал Ураҡсин таныштырған. Эш хуплау тапҡан да ул, ләкин тормошҡа ашырына ваҡиғаларҙың үҙгәреүе ҡамаусаулай.

Быйыл 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тула. Легендар командирҙың юбилейы айҡанлы бик күп саралар үткәреләсәк. Был туралағы Указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыла

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд