Силәбелә башҡорт теле белгестәрен әҙерләй башлаясаҡтар

Силәбелә башҡорт теле белгестәрен әҙерләй башлаясаҡтар https://bash.news/news/100044_silbel_bashort_tele_belgestren_erlj_bashlayasatar
05 июл 2019, 23:14

Улар республикала белем алырға теләй, төрлө милли конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнаша. Был йәһәттән быйыл Өфөнөң юғары уҡыу йорттары менән Силәбе дәүләт университеты араһында төҙөлгән килешеү оло әһәмиәткә эйә. Ҡабул ителгән документҡа ярашлы, яңы уҡыу йылынан күрше өлкәлә башҡорт теле белгестәре әҙерләнә башлаясаҡ.

Ваҡытында «Башҡорттар сит төбәктәрҙә» тип аталған дәүләт программаһы ла эшләгән. Уның ярҙамында бүленгән квоталар буйынса йәштәргә юғары белем алыу, милли юҫыҡтағы гимназия-интернаттарҙа уҡыу мөмкинлеге бирелгән. Программа сиктәрендә Силәбе өлкәһенең «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ла урындағы балаларҙы төрлө гимназияларға уҡырға индерергә ярҙам итә. Әммә һуңғы йылдарҙа был программа ғәмәлдән сыға. Шуға ла махсус квоталарҙың ҡайтанан тергеҙелеүен Силәбе өлкәһендә йәшәүселәр оло ҡыуаныс ҡабул итте.

Автор: Флорида Ким.

Силәбелә башҡорт теле белгестәрен әҙерләй башлаясаҡтар

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа