Күгәрсендә 25 йәшлек егет атай-әсәһен һәм яҡындарын һәләк иткән

Күгәрсендә 25 йәшлек егет атай-әсәһен һәм яҡындарын һәләк иткән https://bash.news/news/100045_kgrsend_25_jshlek_eget_atajsen_m_yayndaryn_lk_itkn
05 июл 2019, 23:40

Бөгөн Күгәрсен районында 25 йәшлек егет үҙенең ғаилә ағзаларына бысаҡ менән сәнскән. Иң тәүҙә ул атаһы һәм әсәһенең ғүмерен ҡыйған. Һуңынан ағаһына ла бысаҡ ҡаҙаған.

Ҡот осҡос фажиғә бөгөн көндөҙ Мәҡсүт ауылында теркәлгән. Яҡындарын үлтереүе тураһында ул үҙе урындағы полицияға килеп әйткән. Әлеге ваҡытта ауыр енәйәттә ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Күгәрсендә 25 йәшлек егет атай-әсәһен һәм яҡындарын һәләк иткән

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа