Сибайҙа"ЗИЛ" автцистернаһы бәрҙергән 8 йәшлек малай һөйләшә башлаған

Сибайҙа"ЗИЛ" автцистернаһы бәрҙергән 8 йәшлек малай һөйләшә башлаған https://bash.news/news/100047_sibajazil_avtcisternay_brergn_8_jshlek_malaj_jlsh_bashlaan
05 июл 2019, 23:41

Сибайҙа "ЗИЛ" автоцистернаһы бәрҙергән 8 йәшлек малай үҙ аллы тын алып, һөйләшә башлаған. Ул әсәһенән ғәфү үтенгән, әммә светофорҙың йәшел утына үтеп барғанда ни өсөн тәгәрмәс аҫтында ҡалыуын һаман да аңлай алмай.

Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл июлдең тәүге көнөндә ҡаланың Пионерҙар урамында теркәлә. Социаль селтәрҙәргә һалынған видеояҙманан күренеүенсә, бәлиғ булмаған бала велосипеды менән юл аша үткән ваҡытта сүп-сар таҙартыусы машина аҫтында ҡала.

Тикшереүҙәр барышында, "ЗИЛ" менән идара итеүсе ирҙең водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булыуы асыҡлана. Ул былтыр эскән килеш руль артына ултырғаны өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Унан һуң да инспекторҙар водителде өс тапҡыр туҡтата. Суд ҡарары буйынса автомобиль менән идара итеүсе 15 тәүлекә арестҡа алынған. Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Сибайҙа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд