Бөгөн Өфөлә "Ағиҙел" спорт әҙерлеге үҙәген асыу тантанаһы үтте

Бөгөн Өфөлә "Ағиҙел" спорт әҙерлеге үҙәген асыу тантанаһы үтте https://bash.news/news/100048_bgn_fl_aiel_sport_erlege_gen_asyu_tantanay_tte
05 июл 2019, 23:43

Ҡамышлы урамындағы объект халыҡ-ара йәйге балалар уйындары алдынан сафҡа инде. Йәш спортсылар бында грек-рим көрәше, еңел атлетика, йөҙөү һәм фехтование буйынса ярыштарҙа көслөләрҙе асыҡлаясаҡ. Һыу инеү урынын тәүге булып спорт федерациялары етәкселәре һынап ҡараны. Улар араһында олимпия уйындары чемпионы Вениамин Таянович та бар.

50 метр оҙонлоғондағы бассейн тағы ла Өфөлә һәм Салауат ҡалаларында бар. Әммә яңы асылғаны йөҙөү юлдарынң күберәк булыуы менән айырыла. Шуға ла ул Башҡортостанда профессиональ күнемәләр өсөн иң яҡшыһы һанала.Бынан тыш, спорт әҙерлеге үҙәге биләмәһендә тағы ла еңел атлетика менән шөғөлләнеү, табип-тергеҙеү бүләмәләре, кафе һәм ҡунаҡхана урынлашҡан.

Бөгөн Өфөлә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд