«Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре дауам итә

«Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре дауам итә https://bash.news/news/100101_bashort_ixatay_programmay_bujynsa_tklndere_eshtre_dauam_it
07 июл 2019, 20:24

Ләкин ҡайһы бер ҡалаларҙа подрядсы ойошмаларҙың эше талаптарға тура килмәй.

Ишембайҙа, күп фатирлы йорт хужалары асыҡлауынса, яңы түшәлгән асфальтта тигеҙһеҙлектәр барлыҡҡа килгән. Тротуар бордюрҙары ла иҫке.

Ремонт эштәренең сифатын хакимиәт идара итеүсе компания вәкилдәре һәм йорт хужалары тикшерҙе. «Башҡорт ихатаһы» программаһына ярашлы Ишембайҙа 12 йорт алды ремонтлана. 1 сентябргә тиклем тамамланасаҡ. Шул уҡ ваҡытта, төҙөкләндереүсе компания ремонт эштәре буйынса йорт хужаларының теләктәрен иҫәпкә алырға тейеш.

«Башҡорт ихатаһы» программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа