Юл күҙәтеүе хеҙмәте инспекторҙары Өфө урамдарын тикшерҙе

Юл күҙәтеүе хеҙмәте инспекторҙары Өфө урамдарын тикшерҙе https://bash.news/news/100102_yul_ktee_xemte_inspektorary_f_uramdaryn_tikshere
07 июл 2019, 20:26

Өфөнөң Орджоникидзе районында урам һәм юл селтәрен тәртипкә килтереүҙе водителдәр һәм йәйәүлеләр күптән көтә. Юл күҙәтеүе хеҙмәте инспекторҙары урам-юл селтәрҙәре торошон тикшерҙе. Ульяновтар һәм Путйеская урамдарында күп төрлө етешһеҙлектәр асыҡланды, акттар төҙөлдө. Тулыраҡ БСТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Ульяновтар һәм Путейская урамындағы һәр етешһеҙлекте иғтибарға ала. Улар юл хәрәкәтенә ҡамасаулаған ҙур соҡоҙарҙы махсус үлсәп, Орджоникидзе районының юл торошо өсөн яуаплы хеҙмәттәренә дәғүәләрен еткерҙе.

Ульяновтар һәм Путейская урамдарында транспорт ағымы ҙур. Еңел автомобилдәр ҙә, ауыр тоннажлы йөк ташығандпры ла етәрлек. Әммә юл билдәләре һәм бүлемдәре булмау, ике яҡтан бер-береһенә ҡаршы хәрәкәт иткән транспортҡа мәшәҡәттәр һәм уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.

Алексей Бочкарев, водитель: “Был юлдан көнөнә ике рейс яһайым. Юлды ике өлөшкә бүлгән һыҙат юҡ, шуға күрә ҡаршыға килгән автомобилдәр соҡорҙарҙы урап үтеү өсөн, ҡаршы һыҙатҡа килеп сыға. Тупаҫ рәүештә юл ҡағиҙәләре боҙола, водителдәр ни эшләргә лә белмәй баҙап ҡала. Бында юл билдәләрен күптән урынлаштырырға кәрәк ине”.

Юл ситтәре емерелгән, бордюрҙар урынлаштырылмаған, ҡапма-ҡаршы хәрәкәт итеүсе транспорт өсөн юлды айырыусы һыҙаттар ҡуйылмаған, соҡорҙар һәм уйымдар юл хәрәкәтенә ҡамасаулай. Юл торошон тикшереүсе инспекторҙар Орджоникидзе районының юл һәм транспорт хәрәкәте өсөн яуаплы вазифа биләүсегә ҡарата өс төрлө акт төҙөнө.

Марсель Бикташев, Башҡортостан буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының пропаганда бүлеге инспекторы: “Бөгөн Өфөнөң Орджоникидзе районында ҡаланың урам һәм юл селтәрҙәре , юл күҙәтеү инспекторҙары тарафынан акттар төҙөлдө. Был акттарҙағы иҫкәрмәләр үтәлмәгән осраҡта. яуаплы һәм юридик шәхестәргә ҡарата административ штраф ҡулланыласаҡ”.

Юл торошо буйынса яуаплы вазифа биләүсегә -50 меңгә , ә юридик шәхестәргә -200 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Акттарға юл торошоноң фотолары ла беркетелә. Юл соҡорҙары өс көн эсендә ямалырға, ә һәм юл һыҙыҡтары һәм билдәләре ай эсендә тәртипкә килтерелергә тейеш.

Ульяновтар һәм Путейская урамы киҫелешендә юл билдәләре юҡ, соҡорҙар хасил булған. Ә Орджоникидзе районында һуңғы ярты йылда ғына 122 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, 70 осраҡта фажиғәғә юл селтәрҙәрендә билдәләр булмауы сәбәпсе.

Автор: Гүзәл Борханова.

Юл күҙәтеүе хеҙмәте инспекторҙары Өфө урамдарын тикшерҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа