Белорет районының Үрге Әүжән ауылында янғын һүндереү депоһы асылды

Белорет районының Үрге Әүжән ауылында янғын һүндереү депоһы асылды https://bash.news/news/100103_beloret_rajonyny_rge_zhn_auylynda_yanyn_ndere_depoy_asyldy
07 июл 2019, 20:27

Обьект Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы төҙөлгән, бүлексәлә 2 тиҫтәгә яҡын кеше эшләйсәк, улар ҡарамағында 3 янғын һүндереү техникаһы бар. Депоны төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 10 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Был янғын һүндереү бүлексәһе Белорет районының 9, Бөрйән районының 7, Ишембай районының 1 ауылын хеҙмәтләндерәсәк.

Урманлы зонала урынлашаҡан ауылдар өсөн янғын һүндереү депоһы асылыу бик мөһим, сөнки биләмәләр район үҙәктәренән алыҫ урынлашҡан, ут сыҡҡан ваҡытта янғын һүндереү техникаһы тиҙ генә килеп етә алмай. Үрге Әүжән янғын һүндереү депоһы хеҙмәтләндерәсәк ауылдарҙа 10 меңдән ашыу халыҡ йәшәй.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Белорет районының Үрге Әүжән ауылында янғын һүндереү депоһы асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа