Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөү башланды

Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөү башланды https://bash.news/news/100104_respublika_kardiologiya_gene_xirurgiya_korpusyn_t_bashlandy
07 июл 2019, 20:28

Туғыҙ ҡатлы яңы бина ғәмәлдәге үҙәк янындағы майҙанда ҡалҡып сығасаҡ. Проекттың дөйөм хаҡы-6 миллиард һумдан ашыу, ул 36 мең квадрат метрҙы биләгән яңы обьектты төҙөүҙән тыш, медицина ҡоролмаалры менән йыһазландырыуҙы ла, үҙәктең әлеге корпусын төҙөкләндереүҙе лә үҙ эсенә ала. Подрядсы «СУ-10» ойошмаһы әле нигеҙҙе ҡаҙыу менән мәшғүл. Күләмле төҙөлөш барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова ла күҙәтте.

Төҙөлөш майҙаны ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә, экскаватарҙар ерҙе ҡаҙа, йөк машиналары тупраҡты ситкә сығара, төҙөлөш материалдары ташый. Подрядсы ойошма көндөң һәр минутын файҙалы итеп ҡулланырға тырыша, эш бында ял көндәрендә лә туҡтамай. Төҙөүселәр алдында обьектты ике йыл эсендә сафҡа индереү бурысы тора.

Проекттан күренеүенсә, обьект диагностика үҙәген, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған операция бүләмәләрен, ауырыуҙар өсөн уңайлы палаталарҙы үҙ эсенә ала. Бынан тыш, бәләкәй пациенттар өсөн уйын, ял зоналары ла ҡаралған. Радий Хәбиров кардиология үҙәгендә үткән сәләмәтлек сәғәтендә белдереүенсә, обьект республика өсөн бик мөһим һәм технологик яҡтан ҡатмарлы, әммә төҙөлөштө ваҡытында тамамлау мотлаҡ. Ул медицина хеҙмәтләндереүенең сифатын күтәрергә, халыҡтың ғүмер оҙонлоғон арттырырға тейеш. 2024 йылға был күрһәткесте 78 йәшкә еткереү бурысы тора.

Статистика буйынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан илдә йыл һайын 17 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Быға әлбиттә, йәшәү рәүеше, йәғни әҙ хәрәкәт итеүе, фастфудтар менән туҡланыуы ла йоғонто яһай. Табиптар әле 100 мең кешегә тура килгән үлем осраҡтарын 400-гә тиклем кәметеү өсөн көрәшә. Яңы хирургия корпусы был тәңгәлдә үҙ өлөшөн индерер тип көтөлә.

Ирина Николаева, Республика кардиология үҙәгенең баш табибы: “Яңы хирургия корпусы заманса технологиялар ярҙамында яһалған операциялар иҫәбен күбәйтергә, ҡотҡарылған ғүмерҙәр һанын арттырырға булышлыҡ итәсәк. Беҙ әле лә илдең иң көслө кардиоүҙәктәренең береһе булып һаналабыҙ, яңы медицина учреждениеһы тағы яңы мөмкинлектәр аса. Операцияларҙы дистанцион рәүештә лә күҙәтеп буласаҡ”.

Кардиоүҙәктең хирургия корпусынан тыш, өфөлә онкология диспансерының хирургия корпусы ла төҙөлә. Киләһе алты йылда Башҡортостанға "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә федераль бюджеттан 16 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Финанслау медицина системаһын яңы кимәлгә күтәрер тип көтөлә. Республика етәксеһе онкология, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған табиптарҙы дәртләндереү бурысын да ҡуйҙы.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын төҙөү башланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Когда отремонтирую ваш подъезд