“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты дауаханаларҙағы кадрҙар мәсьәләһен хәл итә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты дауаханаларҙағы кадрҙар мәсьәләһен хәл итә https://bash.news/news/100105_auly_alau_milli_proekty_dauaxanalaray_kadrar_mslen_xl_it
07 июл 2019, 20:34

Республика етәкселегенең медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса үҙ һөҙөмтәһен күрһәтә башланы. Балаҡатай районына йәш табиптар ҡайтыу ошо даими иғтибарҙың бер сағылышы. Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығыш сигендә урынлашҡан район халҡына башҡалаға йөрөү йыраҡ, урындағы дауаханала юғары квалификациялы белгестәр булыуы мотлаҡ. Теманың дауамы БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән репортажда.

Булат Миңлекәйев һөнәре буйынса терапевт, ул Балаҡатай район дауаханаһына өс ай элек кенә эшкә ҡайтҡан. Йәш белгес үҙ ҡарамағындағы участка, пациенттары менән танышып өлгөргән дә инде. Район хакимиәте Булат Миңлекәйевҡа яңы төҙөлгән йортта ике бүлмәле фатир асҡысын тапшырған.

Булат Миңлекәйев, Балаҡатай районының үҙәк дауаханаһы терапевты: “Кадрҙар етмәй, 7 участкаға ни бары 3 белгес. Эш күләме байтаҡ, көнөнә 30-ҙан ашыу пациент ҡабул итәбеҙ. Халыҡтың мөнәсәбәте яҡшы, йәштәргә күрһәтелгән ярҙам һәм ваҡытында түләнгән эш хаҡы бар ҡыйынлыҡтарҙы ла оноттора”.

Медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү көнүҙәк бурыстарҙың береһе, "Ауыл табибы" программаһы сиктәрендә райондарға эшкә ҡайтҡан йәш белгестәргә аҡса бирелә, уларҙың торлаҡ проблемаһы хәл ителә. Бынан тыш Радий Хәбиров йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология сирҙәрен иртә стадияла асыҡлаған табиптарҙы матди дәртләндереү бурысын да ҡуйҙы. Пациенттарҙа был сирҙәрҙе асыҡлаған белгестәргә биш мең һумдан ашыуыраҡ премия түләнәсәк. Балаҡатай районы хакимиәте башлығы иғтибар үҙ һөҙөмтәһен бирә тигән фекерҙә. «Һаулыҡ һаҡлау» программаһы буйынса урындағы дауаханаға 3 табип эшкә ҡайтҡан, йүнәлтмә буйынса тағы ла белгестәр килеүе көтөлә.

Мәсхүт Миңлеғәлин, Балаҡатай районы хакимиәте башлығы: “Балаҡатай районының үҙәк дауаханаһында 3 тиҫтәнән ашыу хеҙмәткәрҙәр эшләй. Әммә ауырыуҙарҙың һаулығы белгестәрҙең үҙ эшен яҡшы белеүенән тыш, техник йыһазландырыуға ла бәйле. Был мәсьәлә лә иғтибар үҙәгендә”.

Роберт Иштоҡов, Балаҡатай районының үҙәк дауаханаһының баш табибы: “Дауахана һәм фельдшер-акушер пунктарының матди-техник базаһын нығытыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ йәш белгестәрҙе лә районға ҡайтарыбыҙ”.

Башҡортостанға алты йыл эсендә «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 16 миллиард һум бүленә. Был аҡса яңы обьекттар төҙөүгә, медицина учреждениеларын төҙөкләндереүгә, заманса ҡоролмалар һатып алыуға тотонола. Әммә төп мәсьәләл булып кадрҙар проблемаһы ҡала, сөнки юғары квалиикациялы белгестәр булмай тороп медицина хеҙмәтләдереүенең сифатын күтәреп булмаясаҡ. Шуға күрә республика етәкселеге тап кадрҙар мәсьәләһенә етди иғтибар бирә лә инде.

Автор: Әлфинә Килдейәрова.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты дауаханаларҙағы кадрҙар мәсьәләһен хәл итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа