Башҡортостан делегацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында

Башҡортостан делегацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында https://bash.news/news/100106_bashortostan_delegaciyay_silbe_lkene_onasha_rajonynda
07 июл 2019, 20:35

Аҫаба башҡорттар йәшәгән был төбәк Ҡадир Даян, Ғәлимов Сәләм, Мөхәмәтйәров Хәй кеүек күренекле шәхестәрҙең тыуған төйәге булараҡ билдәле.

Ҡонашаҡ районы халҡы әле лә телде, йолалларҙы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға ныҡлы иғтибар бирә, төбәктә милли ансамблдәр, түңәрәктәр эшләп килә, даими рәүештә төрлө саралар ойошторола. Өлкән быуын вәкилдәре йәш быуын тарихи тамырҙарын онотмаһын өсөн тырыша.

Әммә Башҡортостандан ситтә милли-мәҙәни хазиналарҙы һаҡлау еңел түгел, уҡыу әсбаптары, милли кейемдәр, музыка ҡоралдары алыу менән бәйле проблемалар бар. Ижади түңәрәктәр етәкселәре балаларға телде, йолаларҙы өйрәтеүҙә күп осраҡта интернет селтәрендәге мәғлүмәттәрҙе ҡуллана, йәки оло быуын вәкилдәренә мөрәжәғәт итә. Шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары үҙҙәре менән тәжрибәле педагогтарҙы ла, сәнғәт оҫталарын да алып килгән, улар Силәбе башҡорттарына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, балаларҙы ҡурай-ҡумыҙ уйнау нескәлектәре менән таныштырҙы, бейеү номерҙары һалды, ә тарихсылар Силәбе өлкәһенән сыҡҡан данлыҡлы шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырҙы.

Силәбеләр әйтеүенсә, осрашыу бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итә, йәш быуында үҙ тарихына, теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Ҡоролтай ағзалары ситтә йәшәгән башҡорттар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу эшен артабан да дауам итергә ниәтләй.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан делегацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡонашаҡ районында

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Когда отремонтирую ваш подъезд