Башҡортостандың иң айыҡ ауылы төҙөкләндереүгә ярты миллион һум аласаҡ

Башҡортостандың иң айыҡ ауылы төҙөкләндереүгә ярты миллион һум аласаҡ https://bash.news/news/100107_bashortostandy_i_ajy_auyly_tklndereg_yarty_million_um_alasa
07 июл 2019, 20:36

Бындай ҡарар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ултырышында ҡабул ителде.

Иң тәүҙә урындарҙа һайлап алыу этабы үтәсәк. 31 августҡа тиклем комиссия ағзалары сәләмәт тормошто пропагандалаусы һәм эскелеккә ҡаршы көрәшеүсе иң әүҙем төбәктәрҙе билдәләйәсәк.

Конкурсҡа йомғаҡ 30 ноябргә тиклем яһала. Сараны ойоштороусылар билдәләүенсә, беренсе урынды яулаусы төбәк 500 мең һум күләмендә грант отасаҡ. Был сумма төбәкте төҙөкләндереүгә йүнәлтелә. Атап үткәндә, урындағы халыҡ финанстарҙы балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөүгә, юлдарҙы ремонтлауға йәки урамдарҙы яҡтыртыуға тотона ала. Бынан тыш, призлы урын яулаусы башҡа ауылдарҙы ла аҡсалата дәртләндереү ҡаралған.

Башҡортостандың иң айыҡ ауылы төҙөкләндереүгә ярты миллион һум аласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа