Башҡортостандың тағы бер төбәге ауылдаштарын ҡорға йыйҙы

Башҡортостандың тағы бер төбәге ауылдаштарын ҡорға йыйҙы https://bash.news/news/100108_bashortostandy_tay_ber_tbge_auyldashtaryn_ora_jyjy
07 июл 2019, 20:38

Был юлы байрам Әбйәлил районының Дәүләтша ауылында үтте. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Дәүләтша ауылы ҙур түгел, әммә уның урамдары, йорттары төҙөклөгө, күркәмлеге менән айырылып тора. Ауылда бөтәһе 51 өй, уларҙа йөҙҙән ашыу кеше йәшәй. Урында белем усағы, балалар баҡсаһы кеүек социаль обьекттар булмаһа ла, ерле халыҡ тыуған төйәген ташлап китмәй, сөнки Дәүләтша экологик яҡтан таҙа, күркәм ерҙә урынлашҡан, ауылды зәңгәр күлдәр уратып алған.

Ауылдаштар йыйыны ла бында шаулап-гөрләп үтте, халыҡ байрамға ныҡлы әҙерләнгән, һәр хужа йорт-ҡараһын тәртипкә килтергән, шәжәрәләр әҙерләгән. Ауыл йыр-моң оҫталарына ла бай, аҡлан һәүәҫкәр артистар тарафынан әҙерләнгән сығыштарҙан гөрләп торҙро, спорт ярыштары, милли уйындар ҙа ойошторолдо. Район советы рәйесе Ишморат Әминев Дәүләтша халыҡына 20 мең һумлыҡ сертификат тапшырҙы. Ҡунаҡтар билдәләүенсә, тап Әбйәлил ерлгендә 60 йыл элек ойошторола башлаған ауылдаштар байрамы хәҙер күркәм йолаға әйләнгән, ул төҙөкләндереү эшенә лә, быуындар күсәгилешлеген һаҡлауға ла ҙур йоғонто яһай.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостандың тағы бер төбәге ауылдаштарын ҡорға йыйҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа